Радий Хәбиров үҙенең элекке Хакимиәт башлығының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Аҙналыҡ кәңәшмәне төбәк етәксеһе Александр Сидякиндың ғаиләһен йыуатыу һүҙҙәренән башланы. Йөрәк сиренә бәйле уның ҡыҙы вафат булды.
"Беҙҙең менән оҙаҡ йылдар эшләгән иптәшебеҙҙең ҡыҙы фажиғәле һәләк булды. Әлбиттә, мин бармай һәм уның эргәһендә булмай булдыра алманым. Бала ауырыған, йөрәк сирле ине, улар оҙаҡ көрәште, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, фажиғәле һәләк булды. Иртәгә Мәскәүҙә ерләйҙәр, мин дә шунда буласаҡмын», — тине Радий Хәбиров.
Александр Сидякин 2018 йылдан 2021 йылға тиклем республика Башлығы Хакимиәтенең, ә хәҙер «Берҙәм Рәсәй»ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе.