Өфөлә 16 йәшлек үҫмер ҡулға алынды. Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ул терррор ғәмәлен әҙерләүҙә ғәйепләнә. Пасха байрамы ваҡытында Өфөлә ҡорамды шартлатырға тейеш булған. Был енәйәткә уны Украина яғынан әҙерләгәндәр – үҫмер нисәлер ай дауамында эҙмә-эҙ улар биргән инструкцияны башҡарыуы тураһында һөйләй.
Үкенескә ҡаршы, был бәләнән берәү ҙә һаҡланмаған. Сөнки, балаларға һәм үҫмерҙәргә интернет йоғонтоһо өҫтөнлөк алған заманда йәшәйбеҙ. Был - тәрбиә темаһын мәктәптәрҙән тулыһынса алып ташлап, мәғариф учреждениелары, уҡытыусыларҙың эшен белем биреү хеҙмәтен күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалдырыу һөҙөмтәһе.
16 йәшлек Өфө малайыныҡына оҡшаш реаль тарихтар беҙҙең ерлеккә килеп етеүен тейешле кимәлдә аңлау һәм анализлау бармы? Бар. Һөҙөмтәлә уҡытыусылар балаларға экстремизм, терроризм тураһында үҙҙәре белгән тиклем лекция уҡый, ошо юлға баҫҡанда ниндәй яза ҡаралыуын аңлата. Аҙағында махсус темаға асыҡ дәрес үткәрелеүе тураһында протокол төҙөй, ҡултамға йыя һәм мәктәптән яуаплылыҡты алып ташлай. Бөтәһе лә исем өсөн, формаль күренеш. Ә ысынында балаларҙың күңелен яулау шарт. Дәрестән һуң улар менән өҫтәмә шөғөлләнеү мөһим.
Аныҡ тәрбиә эше алып барылмай тороп һөҙөмтәгә ирешеү икеле. Беҙ былай ҙа бик күп ваҡытты әрәм итеп, тотош быуынды юғалттыҡ. Дәүләтебеҙ алдында һынау торғанда улар илдән ҡасыу яғын ҡараны. Ә хәҙерге үҫмерҙәр «бишенсе колонна» рәтен тулыландыра.
Нисек бәләнән йолоп алырға халыҡты? Бары тик киң аңлатыу эше менән. Ҡайҙа Совет осоро ҡалдығы тип ҡасандыр бөтөрөлөп, хәҙер тергеҙелгән «Белем» ойошмаһы эше? Улар ойошмаларға, мәктәптәргә сығып лекциялар үткәрәме? Ошо лекцияларҙың яҙмалары интернетта бармы? Урындарҙа махсус рәүештә киң ағартыу эше алып барыр өсөн лекторҙар әҙерләнәме? Әлегә аныҡ һөҙөмтә һиҙелмәй. Бөгөн бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәрен шоу-бизнес йондоҙҙары концертына көсләп билет алдырыу заманы түгел, бөгөн халыҡ араһында көсләп, әммә сифатлы итеп киң аңлатыу эше ойоштороу ваҡыты. Бигерәк тә, йәштәр араһында, мәғариф учреждениеларында...

