Нефтекаманан хөкөм ителгән кандидатты Дәүләт Думаһына һайлауҙан алғандар.
Башҡортостандың Юғары суды 31 августа «Алма» партияһынан 30 йәшлек Алексей Акименконы теркәүҙе ғәмәлдән сығарҙы. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән кандидат Константин Шаһиморатов уға Рәсәйҙә экстремистик тип танылған ойошмаларҙың һылтанмалары һәм символикаһы менән социаль селтәрҙәрҙә яҙмалары өсөн дәғүә белдергән. Прокуратура һәм территориаль һайлау комиссияһы дәғүәсене хуплаған.
Акименко үҙе бәхәсле яҙмалар 2015 һәм 2018 йылдарҙа баҫылған, ә төркөмдәргә тик 2022 йылда ғына хужа булдым, тип белдерә. Уның һүҙҙәренсә, ул 80-гә яҡын төркөмдө етәкләй һәм тиҙ арала бөтә иҫке контентты алып ташлай алмаған.

September 1, 2026 12