Өфөлә Пугачев урамы буйынса хәрәкәт асылды.
Белем көнөндә иртә менән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Геофизиктарҙан алып Рыленко урамы киҫелешенә тиклем дүрт һыҙатлы юл ваҡытынан алда асылды (2,5 саҡрым самаһы). Объектты тулыһынса сафҡа индереү Республика көнөнә ниәтләнгән.
Был иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе: 20 км тиерлек инженер селтәрҙәре үҙгәртеп ҡоролған, 350 мең кубометр ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һәм 30 мең тонна асфальт һалынған, шулай уҡ йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары һалынасаҡ. Киләсәктә - дублер төҙөү һәм эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереү.
September 1, 2026 9