Башфармация»ның элекке хәүефһеҙлек буйынса хеҙмәткәре Өфө мэрияһында… — Яҡты-media — TG.ME

«Башфармация»ның элекке хәүефһеҙлек буйынса хеҙмәткәре Өфө мэрияһында вазифаға тәғәйенләнгән.

Ильяс Бикбулатов хакимиәт эштәре буйынса идарасы итеп тәғәйенләнде. Ул 1978 йылда Мәләүез районының Ҡотош ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының юриспруденция факультетын тамамлаған. Һуңғы ярты йылда «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһында бүлек начальнигы һәм хәүефһеҙлек буйынса генераль директор урынбаҫары вазифаларында эшләй.
September 2, 2026 16