Банкротлыҡ ҡа төшкән "Алексеевка" комплексы эшселәрҙе Кореянан алып… — Яҡты-media — TG.ME

Банкротлыҡ ҡа төшкән "Алексеевка" комплексы эшселәрҙе Кореянан алып киләсәк.

Контора төбәк хөкүмәтенә ҡарай, күрәһең, улар бөлгөнлөккә төшкән эшкә яңы һулыш өрөргә ниәтләп, КХДР-ҙан студент-практиканттарҙы йәлеп итергә ҡарар иткән. 25-әр ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет тәүлегенә 12 сәғәт, аҙнаһына алты көн эшләйәсәк. Уларға ай һайын стипендия, дөйөм ятаҡ, махсус кейем, транспорт һәм хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейеш. "Алексеевка" агросәнәғәт комплексы практиканы ойоштороу өсөн агентҡа 11,2 миллион һум самаһы түләйәсәк.
September 2, 2026 17