Башҡортостан халҡы «Берҙәм Рәсәй»ҙең Халыҡ программаһына 61 мең тәҡдим индергән.
Был - власть органдарына мөрәжәғәттәр, социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙар, чиновниктарҙың эш урындарында үткәргән шәхси ҡабул итеүҙәре һәм осрашыуҙары. Шуларҙың бер өлөшө МХО яугирҙарына ярҙам итеү буйынса. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтары ғына республиканың 20 меңдән ашыу активисын берләштергән. Халыҡ программаһы сиктәрендә Башҡортостанда мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, ФАП-тар төҙөлә һәм ремонтлана, ихаталар һәм йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә. Иғтибар үҙәгендә - мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юлдар.
August 29, 2026 16

