ҺИНЕ ЭҘЛӘП... 💭 🎵 💜 Минең моңом, минең идеалым Ҡайҙарҙа оса… — Һин. Шиғыр. Донъя. — TG.ME

ҺИНЕ ЭҘЛӘП... 💭 🎵 💜

Минең моңом, минең идеалым
Ҡайҙарҙа оса, тартып үҙенә?..
Көндән ҡасып, төндән йәшенәме,
Күренмәйсә күптән күҙемә?

Саҡ ишетһәм, ҡурҡам, тыныр, тиеп,
Оялтырмын, тиеп, тағы ла.
Бер юғалтһам, йәнә көн-төн тимәй,
Көтәм үҙен, өҙөлөп һағынам.

Минең моңом, минең идеалым,
Йыуанысым, яҡты хыялым,
Бер саҡ киләсәгем – күрәсәгем,
Килмәй һаман йөрөй оялып…

Килә алмаһаң,
тик бер өн сығар,
Һине эҙләп, үҙем юл сығам.

#ҠәҙимАралбаев

Беҙ MAXта
❤13
April 4, 2026 411