Юҡ, үткәндәр кире ҡайтмай, беләм, көтмәйем дә һине ашҡынып. Тик… — Һин. Шиғыр. Донъя. — TG.ME

💔💭

Юҡ, үткәндәр кире ҡайтмай, беләм,
көтмәйем дә һине ашҡынып.
Тик сикәмдә тоям
һинең менән
бергә булған йылдар ялҡынын.

Ә әйләнеп баҡһам, эҙләй-эҙләй
бергә уҙған яҡты юлдарҙы,
торғоҙаһым килә
шул юлдарҙа
ҡолап ҡалған ҡайнар йылдарҙы.

#РафаэльСафин

Беҙ MAXта
❤14
March 28, 2026 462 1