Яҙ башы ☀️
Йомшаҡ йылы елдәр иҫә
Яҙҙың тәү иртәһендә
Әтәс ҡунып йырын һуҙа
Һарайҙың кәртәһендә.
Сыйырсыҡтарҙа уянған
Сыр-сыу килеп һайрайҙар
Башын тығып мөңрәп тора
Ала һыйыр һарайҙан.
Аҡбай ята күҙен ҡыҫып
Яҙ килеүгә иркәләп
Бесәй китте ҡойма буйлап
Күршеләргә иртәләп.
Тамсы тама ҡыйыҡтан
Яҙ башы бөгөн, тиеп
Малайҙар сыҡҡан урамға
Эрзинкә итек кейеп.
Нилектәндер бөтә донъя
Иртә менән уянған
Әтәс йөрөй ҡупшы баҫып
Төрлө төҫкә буянған.
Бөгөн язҙың тәүге көнө
Шуға уянған донъя
Тиҙерәк кейен, сыҡ урамға
Йоҡлап һин ятып ҡуйма.
#ХарисӘхмәтов
📝Беҙгә килгән хаттарҙан
Беҙ МАХта

11
4
1
1March 7, 2026 441