ӘЛЛӘ ИНДЕ ,ӘЛЛӘ АҘАШТЫҢ 🤔 💔 ❄️ Теҙелешеп осҡан ҡоштар кеүек, Аҡ… — Һин. Шиғыр. Донъя. — TG.ME

ӘЛЛӘ ИНДЕ ,ӘЛЛӘ АҘАШТЫҢ 🤔 💔 ❄️

Теҙелешеп осҡан ҡоштар кеүек,
Аҡ сәскәләр күктән Яуалар.
Моңһоу уйҙар һалып күелемә ,
Иренемә осоп ҡуналар.

ХыЯлдарҙан һуҙған юлдарымда,
Күҙкәйҙәрем ниңә ҡамашты.
Аҡ мамыҡтай ҡарҙар араһында,
Әллә инде , әллә аҙаштың.

Парлы эҙҙәр ҡалды ,илай күңел
Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп.
Тәҙерәмде айым Яҡтыртҡанда,
Хаттар Яҙам ,кемгә ултырып.

Йыл миҙгеле алышынған һайын,
Хәтер дәфтәрҙәрем асыла.
Парлы үткән ғүмер юлдарына,
Тик уйҙарҙа ғына ҡайтыла.

#МиннисаМухаметова-Исанбаева

📝 Беҙгә килгән хаттарҙан
❤14💔6🙏2
February 17, 2026 672