ЭҘЛӘНЕҮ 💨❄️🔍 Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт… — Һин. Шиғыр. Донъя. — TG.ME

ЭҘЛӘНЕҮ  💨❄️🔍

Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.
Донъя ап-аҡ!
Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә
(бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.
Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам…
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?
Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ..
Бушлыҡ…
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып
Сал ҡыштарға килеп олаҡтым?
Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар…
Әйтә кеүек “Ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр”…

#АйгөлАйытҡолова
❤23👍5❤‍🔥1
January 6, 2026 961 1