ПРОБЛЕМАЛАР - БЕҘҘЕҢ БАШТА Уҡытыусы бер стакан һыу ала ла… — БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР — TG.ME

ПРОБЛЕМАЛАР - БЕҘҘЕҢ БАШТА

Уҡытыусы бер стакан һыу ала ла уҡыусыларҙан һорай:
- Был стакандың ауырлығы күпме тип уйлайһығыҙ?
- 200 грамм самаһы, - тип яуаплай студенттар.
- Уны бер нисә минут күтәреп торһам, нимә булыр?
- Бер нәмә лә булмаясаҡ.
- Шулай. Әгәр мин уны бер сәғәт буйы тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ арыясаҡ.
- Бер нисә сәғәт тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ ауыртып, һыҙлай башлаясаҡ.
- Дөрөҫ. Әгәр был стаканды көнө буйы тотоп торһам ни булыр?
- Ҡулығыҙ ойоясаҡ, иҫ белмәй башлаясаҡ, хатта ҡулығыҙҙы фалиж һуғыуы ихтимал, - ти студенттарҙың береһе.
- Бик яҡшы, - тип дауам итә уҡытыусы. - Ә стакандың ауырлығы үҙгәрерме?
- Юҡ.
- Улай булғас, ни эшләп ҡул тала һуң?
- Оҙайлы көсөргәнеш һөҙөмтәһендә, - ти студенттар.
- Ауыртыуҙан ҡотолоу өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?
- Стаканды ҡуйығыҙ, - тигән яуаптар ишетелә студенттар араһынан.

- Тормош проблемалары менән дә шул уҡ хәл, - ти уҡытыусы. - Проблемаларҙы башыңда бер нисә минут тотоп тороу - нормаль күренеш. Әгәр ул турала сәғәттәр буйы уйлаһаң, ҡайғыра башлайһың, ауыртыу барлыҡҡа килә. Әгәр бер нисә көн уйлап, ҡайғырып йөрөһәң, ҡулыңа эш бармаясаҡ, ауырыуға һабышасаҡһың. Ауыртыу-ауырыуҙар булмаһын өсөн баштағы проблемаларҙан ҡотолорға кәрәк.

Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
👍17❤9
March 15, 2026 764 2 8