УРАҘА Миллионлап өйгә ут алдылар, Алыҫ әле ҡояш сәфәре. Йән һәм тәнебеҙгә шифа булһын Ураҙаның эскән сәхәре! Меңәр - меңәр ауыл, ҡалаларҙа Үткәрелә ифтар аштары; Яҙ ҡояшы ҡарҙы ихлас ашай, Үтеп киттеме ни ҡыштары! Йөҙәр - йөҙәр әйтеп, зекерҙәрҙе Ҙурлайбыҙ беҙ Бөйөк Аллаһты! Әжер - сауаптары күп булһындар, Ярлыҡаһын Аллаһ гөнаһты! Тиҫтә - тиҫтә йылдар яҙһын ине Ураҙаға тағы инергә. Йәшәп туйып булмай фанилыҡта, Иртә әле беҙгә һүнергә! Бер Аллаһым, һиңә табынабыҙ, Икһеҙ - сикһеҙ әйтеп, зекерҙе! Ураҙала ғына түгел, һәр саҡ Онотмаһаҡ ине шөкөрҙө! Флүрә Маликова
March 3, 2026 1.4K 5 11