БСТ | Яңылыҡтар: post #15481 — TG.ME

«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН?

26 июндә 18:00–23:00 Өфө ҡалаһындағы Арт-КВАДРАТ майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтәсәк.

Был телде, музыканы, ижадты һәм заманса башҡорт мәҙәниәтен берләштергән ҙур open-air сара. Фестиваль башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мастер-кластар аша популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Фестиваль 2019 йылда башланып, 2026 йылда өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2024 йылдағы сарала 8000-дән ашыу кеше ҡатнашып, ул киң танылыу алды.

2026 йылда ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар һәм мастер-кластар көтә. Фестиваль йәштәр өсөн туған телдең заманса, матур һәм абруйлы булыуын күрһәтәсәк.

Инеү ирекле!

📍 Арт-КВАДРАТ, Өфө
📅 26 июнь
🕕 18:00–23:00


Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.
👍3
June 18, 2026 237 3